30 августа 1993 -2 августа 2024
мотострелковые
Звание: рядовой
Город: Старосубхангулово Бурзянского района Республики Башкортостан
Мөхәмәтдинов Салауат Флүр улы 1993 йылдың 30 авгусында Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.
2000-2009 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә белем ала.
2004-2009 йылдарҙа балалар сәнғәт мәктәбенең “Хореография” һәм “Тынлы оркестр” класында белем ала.
9-сы класты тамамлағандан һуң 2009-2012 йылдарҙа 132-се һанлы Иҫке Собханғол профессиональ белем биреү училищеһында тракторист-машинист һөнәренә уҡый.
Хеҙмәт юлын 2012 йылдың 31 июлендә Бөрйән район судында һаҡсы булып башлай.
2012-2013 йылдарҙа ябыҡ Саров ҡалаһында Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
2014-2017 йылдарҙа Өфө урман-техник техникумында уҡып, “Ер төҙөлөшө” бүлеген тамамлай.
2019 йылдың 3 декабренән 2024 йылдың 2 авгусына тиклем –Бөрйән район судында һаҡсы булып хеҙмәт итә.
Рәсәй Президенты тарафынан ҡабул ителгән Указға ярашлы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә 2022 йылдың 28 сентябрендә хәрби хеҙмәткә алына.2024 йылдың 2 авгусында махсус хәрби операция барышында Донецк Халыҡ Республикаһының Ясиноват районында батырҙарса һәләк була.
Салауат Мөхәмәтдинов фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Юғары Суды ҡарамағындағы Суд Департаментының 2025 йылдың 6 майындағы 542-л/с һанлы бойороғона ярашлы “Хеҙмәттәге фиҙакәрлеге өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Салауат Мөхәмәтдинов махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы менән 2024 йылдың 4 октябрендә “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән наградлана.
2024 йылдың 26 мартында Рәсәй оборона министрлығының “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы” миҙалы менән наградлана.
Ҡатыны, Нурислам һәм Нурсолтан исемле ике улы ҡалды.
орден Мужества, медаль“За трудовую доблесть”, медаль “Участнику специальной военной операции”.
Оставьте заявку и мы с вами свяжемся

КНИГА ПАМЯТИ "ЗЕМЛЯ ГЕРОЕВ"
2024

Нашли ошибку? Выделите и нажмите «Ctrl + Enter»